Өфө: Китап, 2011. — 262 бит. — ISBN 9785295050541.
Һүҙлек мәғәнәһе менән тулыһынса тап килгән йәки бер-береһенә яҡын булған 10 меңдән ашыу синонимик рәттән тора. Синонимик рәткә бер төшөнсәне белдергән һүҙ, һүҙбәйләнеш һәм фразеологик берәмек берҙәй инә. Һүҙлек яҙышҡанда, текст менән эшләгәндә бер үк һүҙҙе ҡабатламаҫ өсөн, уны мәғәнәһе буйынса икенсе һүҙ менән алыштырырға ҙур мөмкинлек бирә.Синонимдарҙың башҡортса-русса һүҙлеге уҡыусыларға, уҡытыусыларға, яҙыусыларға, журналистарға, тәржемәселәргә, мөхәррирҙәргә, студенттарға, телде өйрәнеүселәргә һәм шулай уҡ башҡорт теле, уның байлығы менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнә.